8 декабрь, Кесе йома

18 октябрь 2011 йыл, 16:40

Раил Әсәҙуллин: «Башҡортостандағы праймеризда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла берҙәм командаға әүерелде»

автор: Марина Шумилова

18 октябрҙә Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координация советы ултырышында алдан тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советының рәхмәт хаттары тапшырылды.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, Башҡортостандағы праймеризда 123 кеше ҡатнашҡан, уларҙың барыһы ла берҙәм командаға әүерелгән. Ҡатнашыусылар Халыҡ программаһына тос өлөш индергән.

— Һеҙ барығыҙ ҙа үҙегеҙҙе республика, тоташ ил киләсәге өсөн янған кеше булараҡ таныттығыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Әсәҙуллин. – Праймеризда әйтеп ишеттерелгән барлыҡ тәҡдимдәрегеҙ ҙә Халыҡ программаһында иҫәпкә алынасаҡ. Партияның төбәк сәйәси советы алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһын да Башҡортостандың, шулай уҡ муниципалитеттарҙың һайланған органдарының кадрҙар резервына, дәүләт власының башҡарма органдарына индерергә тәҡдим итте. Бөгөн беҙ күмәкләп аралашыуҙың яңы төрҙәрен табырға һәм праймеризда тәҡдим ителгән идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға тейешбеҙ.