Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.62 ↑

EUR 68.75 ↓

19 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда көҙгө ағас ултыртыу миҙгеле тамамланды

Иҡтисад

Республикала урман культураларын ултыртыу тамамланды. 8000 гектарға яҡын ерҙә ағас ултыртыу планлаштырылғайны. Ысынбарлыҡта иһә быйыл яҙғыһын һәм көҙөн урман үҫтереүгә 7360 гектар самаһы ер бүлә алдыҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең Урман хужалығы министрлығында.

Урман участкаларын ҡуртымға алыусыларҙың ағас әҙерләү буйынса килешеүҙә ҡаралған йөкләмәләрен үтәмәүе — бының төп сәбәбе. Миҙгел тамамланғанға ҡәҙәр улар 2500 гектар майҙанда ағас ултыртырға тейеш ине. Әммә үҫентеләр һәм кешеләр етешмәүе арҡаһында ерҙәр 600 гектарға кәмерәк үҙләштерелгән.

Ағымдағы йылда 10400 гектарҙа урмандарҙы тергеҙеү эштәре планлаштырылған. Был эштәргә ағас ултыртыу, урман ҡырҡҡанда йәш үҫентеләрҙе ҡалдырыу һәм уларға артабан үҫергә ирек биреү, урмандың тәбиғи яңырыуына булышлыҡ итеү инә. Әммә әлеге мәлдә 8850 гектарҙа ғына ошондай эштәр башҡарылған. Сәбәбе тағы ла министрлыҡ менән төҙөлгән килешеү шарттарын үтәмәгән арендаторҙарға ҡайтып ҡала.

— Бөгөн беҙ киләһе йылда ултыртыласаҡ урман культуралары өсөн майҙандар әҙерләү буйынса ҙур эштәр алып барабыҙ. Планлаштырылған 8 мең гектарҙың дүрт мең самаһы үҙләштерелгән. Эштәр урмандар тотош ҡырҡылған урындарҙа алып барыла һәм тәүге һыуыҡтар башланып, ҡар ятҡансы тамамланырға тейеш, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы тергеҙеү бүлеге баш белгесе Радик Ноғоманов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть