3 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2011 йыл, 14:58

Силәбе өлкәһендә Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейы билдәләнәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

22 октябрҙә Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, философ һәм дини эшмәкәр Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған «Аҡмулланың алтын көҙө» байрамы үткәрелә. Ойоштороусылары – Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы, Миәс ҡалаһы хакимиәте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының матбуғат секретары Алина Зарипова хәбәр итте.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, тантанала Башҡортостан Республикаһының һәм Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министрҙары урынбаҫарҙары, БР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан ғалимдар ҡатнашасаҡ.

Был көндө ҡалала әҙәби уҡыуҙар үтәсәк. Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары, Силәбе өлкәһенең М.Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары шағирҙың иң яҡшы әҫәрҙәрен уҡып ишеттерәсәк, башҡорт мәғрифәтсеһенең ижадын һәм рухи мираҫын тикшерәсәк.  

Юбилейҙы байрам итеү сиктәрендә түңәрәк өҫтәл үткәрелә, унда Миәстә һәм дөйөм алғанда бөтөн төбәктә башҡорт телен уҡытыу, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау мәсьәләләре ҡараласаҡ.  

— Байрам үткәреү өсөн бай тарихлы Миәс ҡалаһы осраҡлы һайланмаған, — тип билдәләне Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина. – Мифтахетдин Аҡмулланың ҡәбере тап ошонда урынлашҡан.

Байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн Миәстең тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойоштороласаҡ. Тантана «Урал» автозаводының мәҙәниәт йортондағы концерт менән тамамланасаҡ. Унда М.Акмулла исемендәге премия лауреаттары – йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Сибай дәүләт филармонияһы артистары үҙенең номерҙарын тәҡдим итәсәк.