8 декабрь, Кесе йома

18 октябрь 2011 йыл, 14:51

Польша делегацияһы Башҡортостан парламентарийҙары менән осрашты

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев Польша Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Войцех Зайончковский етәкселегендәге Польша делегацияһы менән осрашты.

Осрашыу барышында Константин Толкачев Башҡортостан ҡануниәте хаҡында һөйләне. Республика парламенты спикеры төбәктә уңайлы инвестицион климат булдырыу мәсьәләләренең закондар сығарыу эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө булыуын билдәләне.

Осрашыуҙа үҙ-ара килешеп эш итеү юлдары тикшерелде. Ике төбәк араһында бәйләнештәрҙең күптән (1993 йылдын) булдырылыуына ҡарамаҫтан, яңы, тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырыу мөмкинлектәренең булыуы билдәләнде. Войцех Зайончковский фекеренсә, хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре, иҡтисадтан тыш, башҡа өлкәләрәҙә, шул иҫәптән мәғариф өлкәһендә лә бар.

Илсе шулай уҡ, Польшаның һәм Башҡортостандың закон сығарыусылары өсөн ике төбәктең дә закондар сығарыу тәжрибәһен өйрәнеү файҙалы булыр ине, тип билдәләне. Быға ярашлы, Войцех Зайончковский Дәүләт Йыйылышы депутаттарына Польшаның 16 воеводалыҡтарының береһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға тәҡдим итте. Республика парламенты спикеры был тәҡдимде хупланы.

Осрашыу аҙағында республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе ҡунаҡтарға сувенир бүләк итте. Польша Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе, үҙ сиратында, күрһәткән ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәтен белдерҙе.