11 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2011 йыл, 13:20

Ҡалтасыла Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

2011 йылдың хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Ҡалтасы ауылында Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте.

Был көндө егеттәр 4 төр күнекмә буйынса нормативтар тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр  Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Спорт ярыштарында еңеүселәр район хакимиәтенең Физик культура һәм спорт комитеты грамоталары менән бүләкләнде. Хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һәр береһенә йәш һалдат өсөн кәрәкле әйберҙәр тапшырылды.

Район хакимиәте, Башҡортостандың Яңауыл ҡалаһы, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары буйынса Хәрби комиссариаты бүлеге вәкилдәре һәм хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар хеҙмәткә саҡырылыусыларға матур теләктәрен теләп ҡалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл көҙ Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә хеҙмәткә Ҡалтасы районынан 50 кеше ебәреләсәк.