7 декабрь, Шаршамбы

18 октябрь 2011 йыл, 12:53

Башҡортостан аграрийҙары вәкиле Дмитрий Медведев менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа «Базы» ауыл хужалығы кооперативы Вадим Соколов ауылды социаль үҫтереү, ауыл араһындағы юлдар төҙөлөшө, йәш белгестәрҙе йәлеп итеү һәм уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Тармаҡтың иң яҡшы 12 вәкиле составында республиканың иң уңышлы ауыл хужалығы етәкселәренең береһе дәүләт башлығы менән Рәсәй ауыл хужалығы үҫешендәге проблемалар һәм уның перспективалары буйынса әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Осрашыу Мәскәү янындағы Горки резиденцияһында үтте.

— Быйылғы ураҡ эштәре һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһарға иртәрәк әле, — тине Дмитрий Медведев, ауыл эшсәндәрен һөйләшеүгә саҡырып. — Шулай ҙа нимәлер әйтергә мөмкин. Шуныһы билдәле, былтырғыға ҡарағанда быйылғы йыл ауыл эшсәндәрендә лә, дөйөм алғанда бөтә ил халҡында ла ыңғай тәьҫораттарҙы күберәк ҡалдырҙы, сөнки хәлдәр былтыр ысынлап та ауыр ине. Һеҙ ҙә күп эшләнегеҙ, беҙ ҙә бында, ауылға ярҙам итеү буйынса төрлө ҡарарҙар ҡабул итеп, барыһын да үтәргә тырыштыҡ.

Президент был ғәмәлдәрҙең бушҡа булмауын билдәләне. Бар осраҡта ла түгелдер, бәлки, шулай ҙа хәлдәрҙең радикаль насарайыуы күҙәтелмәне.

Дәүләт башлығы агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы саралары тураһында ла һөйләне.

— Быйылғы уңыш күпкә яҡшыраҡ, — тип аграрийҙар эшмәкәрлегенә яҡынса йомғаҡ яһаны Президент. — Әле үк иген уңышы 90 миллионға тоннаға тиерлек етә. Тағы ла күберәк – 95 миллион тонна йыйырға өмөт бар. Һәр осраҡта ла беҙҙең ҡышҡы осорҙо үтергә, эске ихтыяжды, шул иҫәптән киләһе йылға күсәсәк резервты тәьмин итерлек мул запасыбыҙ бар.  

Дмитрий Медведев быйыл соя, рапс, көнбағыштан  рекордлы уңыш алыныуын билдәләне. Дәүләт башлығы шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш көтөлөүен дә телгә алды.

— Хатта уңыш йыйыуҙың нисек алып барылғанын ҡарау теләге бар, сөнки был эштәр әле тамамланмаған. 40 миллион тонна самаһы уңыш алырға иҫәп тотабыҙ: былтырғыға ҡарағанда был ике тапҡырға күберәк. Улай ғына ла түгел, был техник культураны үҫтереү тарихында беҙ бындай күрһәткескә бер тапҡыр ҙа өлгәшкәнебеҙ юҡ ине.  

«Ауылды социаль үҫтереү» программаһын артабан тормошҡа ашырыу Дмитрий Медведевтың аграрийҙар делегацияһы менән осрашыуындағы төп темаға әйләнде. Был йүнәлештәге эштәр дауам ителәсәк, тип белдерҙе Президент. Ауыл эшсәндәре йәнә дәүләт башлығына сәсеүлектәрҙе страховкалау кеүек бөгөнгө көндәге киҫкен проблема менән мөрәжәғәт итте, һәм ошоға бәйле страховка компанияларының намыҫлы эшләүе мәсьәләһен күтәрҙе.

Вадим Соколов аграрийҙарҙың Дмитрий Медведев менән һөйләшеүенең һөҙөмтәле булыуын, дәүләт башлығы менән әңгәмәләшеүҙән ыңғай тәьҫораттар ҡалыуын билдәләне.