11 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2011 йыл, 12:40

«Домком» проектының сайты булдырылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Домком» проектының инициативалы төркөмө үҙенең сайтын булдырҙы. Унда йорт Советы хаҡында мәғлүмәт урынлаштырылған. Шулай уҡ порталда йорт Советтарын һайлауҙа граждандарға булышлыҡ итеү өсөн кәрәкле материалдар, протокол өлгөләре лә бар. Йорттарында Совет ойошторорға йыйынған кешеләр консультация үткәреү һәм артабан уҡытыу өсөн сайт аша координатор саҡырта ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Сайтта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһында закондар, йорт Советтарын булдырыу хаҡында яңылыҡтар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса һорауҙарға яуаптар урынлаштырылған.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Өфө ҡалаһының Совет районындағы йорттарҙың Совет вәкилдәре менән осрашыуында граждандарға йорт Советының хоҡуҡтарын аңлатыу өсөн мәғлүмәти эш алып барырға тәҡдим ителгәйне. Был мәсьәләне «Домком» проекты сайты хәл итмәксе.