3 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2011 йыл, 12:02

Өфөлә донорлыҡ буйынса автоуҙыш үтте

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә 15 октябрҙә «Авто-Мото Донор» юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн бөтә Рәсәй донорлыҡ акцияһы үтте. Ул иртәнге сәғәт туғыҙҙа «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандан старт алды. Сағыу байраҡтар һәм плакаттар менән биҙәлгән15 машина ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтеп, Республика ҡан тапшырыу станцияһы янында туҡталды.

Күпселек ҡатнашыусылар акцияға ҡан тапшырыу станцияһында ҡушылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына сараны ойоштороусылар – Рәсәй автомобиль хужалары федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе. Шулай итеп, 15 октябрҙә Республика ҡан тапшырыу станцияһына 54 кеше мөрәжәғәт итте, уларҙың 42-һе ҡан тапшырып, юл-транспорт һәләкәтенә осраған кешеләр өсөн ярҙам күрһәтә алды. Акция барышында йәмғеһе 20 литр тирәһе ҡан тапшырылды.

Киләсәктә акция Өфөлә йылына ике тапҡыр – октябрь һәм апрель айҙарында үткәреләсәк.