Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Польша илсеһе Войцех Зайончковский: «Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциалы бар»

Сәйәсәт

Өфөгә эшлекле визит менән Польша Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Войцех Зайончковский етәкселегендәге Польша делегацияһы килде. Ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт университетында булды, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе менән осрашты, республиканың Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге эше менән танышты.

— Башҡортостандың баш ҡалаһынан ҡалған тәьҫораттар тик ыңғай ғына, — тип билдәләне Польша Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. – Һеҙҙең республикала 20 йыл тирәһе элек булғайным, был ваҡыт эсендә Өфө үҙгәргән. Төбәктең халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциалы булыуы асыҡ күренә.

Войцех Зайончковский Польшаның иҡтисадта, ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, торлаҡ хужалыҡта эшлекле мөнәсәбәттәр булдырырға теләүе хаҡында һөйләне. Мәғариф өлкәһенең дә, илсе фекеренсә, хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн ҙур перспективалары бар.

Польша Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Войцех Зайончковский Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Яңырыу» үҙәге 1997 йылда булдырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть