7 декабрь, Шаршамбы

18 октябрь 2011 йыл, 10:24

«Автодор» һәм Башҡортостан Хөкүмәте яңы «Баулы - Күмертау» юлын төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Алик Шакиров

«Автодор» дәүләт компанияһы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутының бер өлөшө буласаҡ яңы «Баулы — Күмертау» автомобиль юлы төҙөлөшө сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

«Автодор» дәүләт компанияһының матбуғат секретары Екатерина Варенованың хәбәр итеүенсә, 265 км оҙонлоғондағы «Баулы — Күмертау» автомобиль юлы тиҙлекте сәғәтенә 150 километрға тиклем еткереү мөмкинлеге бирәсәк беренсе категориялағы дүрт һыҙатлы магистраль буласаҡ. Килешеүгә ярашлы, юл дөйөм ҡулланылыштағы федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдары селтәренә индереләсәк. Автоюл төҙөлөшө дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә атҡарылырға тейеш. Яңы магистралдән үтеү түләүле буласаҡ.

— «Баулы – Күмертау» автомобиль юлы төҙөлөшө халыҡ-ара, төбәк-ара, төбәк һәм урындағы, ғөмүмән, бөтә кимәлдәге автомобиль юлдары бәйләнешен үҫтереүҙә мөһим роль уйнаясаҡ. Атап әйткәндә, ул Башҡортостан, Татарстан, Һамар һәм Ырымбур өлкәләре араһында пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы әүҙемләштереү мөмкинлеге бирәсәк. М-5 «Урал» һәм «Өфө – Ырымбур» автомобиль юлдары менән бер рәттән, яңы автомобиль юлы республиканың административ райондарының радиаль автомобиль-юл элемтәһен иң ҡыҫҡа аранан тоташтырып, төбәк юлдар селтәрендәге төп магистралдәрҙең береһенә әйләнәсәк, — тип билдәләне Екатерина Варенова.

Бынан тыш, «Баулы – Күмертау» автомобиль юлы үткән трасса буйынса юл инфраструктураһын үҫтереү (шул иҫәптән — терминал-келәт комплексы һәм республикалағы транспорт компаниялары үҫешен дәртләндереү иҫәбенә) халыҡты эш менән тәьмин итеүҙең артыуына алып киләсәк. Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайышында яңы автомобиль юлы барлыҡҡа килеүе ошо тирәлә урынлашҡан территорияларҙың инвестицион күркәмлеген дә арттырасаҡ һәм, һөҙөмтә булараҡ, муниципаль-ара ғына түгел, урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарының транспорт-файҙаланыу торошоноң да яҡшырыуына килтерәсәк, тип хәбәр иттеләр «Автодор» дәүләт компанияһында.

темалар: юл төҙөлөшө