7 декабрь, Шаршамбы

18 октябрь 2011 йыл, 10:25

Белоретта ҡаланың юбилейы айҡанлы 250 шыршы ултыртылды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Александр Зайцев

Белоретта «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм «Йәштәр ял үҙәге» муниципаль автоном учреждениеһы башланғысы менән ҡаланың төҙөлөп ятҡан яңы биҫтәһендә 250 шыршы ултыртыу буйынса социаль-экологик акция үтте. 250 һаны осраҡлы һайланмаған, 2012 йылдың июлендә Белорет үҙенең 250 йыллығын билдәләйәсәк.

Акцияла юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ғына түгел, башҡа күп ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар араһында – Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, муниципаль район Советы рәйесе Евгений Карепанов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡаланың абруйлы кешеләре, «Белорет урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы һәм «Белорет урманы» дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре.

— Быйыл үткәрелгән барлыҡ саралар нисек тә булһа ҡаланың буласаҡ юбилейы менән бәйле. Республика етәкселеге, министрлыҡтар һәм ведомстволар, Белорет районы һәм ҡалаһы етәкселеге һәм, әлбиттә, халҡы тарафынан был юҫыҡта бөгөн күп нәмә эшләнә. Ҡала күҙгә күренеп матурлана. Ҡалабыҙ үҙенең 250 йыллығын яңы ҡиәфәттә ҡаршы алһын өсөн, бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ, — тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Владислав Миронов.

Район Советы рәйесе Евгений Карепанов сығышы һәр ваҡыттағыса сағыу һәм хисле булды.

— Бөгөнгө байрамда бер нисә быуын вәкилдәре ҡатнаша. Уның йәштәр башланғысы менән үткәрелеүе бик ҡыуаныслы. Депутаттар корпусы исеменән «Белорет урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы етәксеһе Арыҫлан Мырҙагилдинға һәм «Белорет урманы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Илнур Биктимеровҡа үҫентеләр биргәне һәм был сарала коллективтары менән ҡатнашҡаны өсөн айырыуса рәхмәтемде белдергем килә. Бөгөн беҙҙә күп кенә проекттар тормошҡа ашырыла, һәм уларҙың барыһы ла тиерлек «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамы менән ғәмәлгә ашырыла, — тине ул.

Байрамды «Яңы көн» төркөмө һәм студенттар менән әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.