7 декабрь, Шаршамбы

18 октябрь 2011 йыл, 9:15

Йәкшәмбе йәрминкәләрендә 4 мең тонна продукция һатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала 15-16 октябрҙә үткән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 4100 тонна продукция һатылған. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл халҡы 145 тонна һыйыр ите, 84 тонна сусҡа ите, 21 тонна һарыҡ ите, 5 тонна йылҡы ите, 28 тонна ҡош ите һатҡан. Ҡала халҡы ҡышҡылыҡҡа йәшелсәләр запасы ла туплаған. Ике ял көнөндә улар 2,1 мең тонна картуф, 168 тонна кишер, 840 тонна һуған, 109,4 тонна сөгөлдөр, 505 тонна кәбеҫтә һатып алған. Бал элеккесә ҙур һорау менән ҡуллана. Йәрминкәләрҙә 96 тонна бал һатылған.

Һуңғы йәрминкә йомғаҡтары буйынса һыйыр итенең бер килоһы уртаса — 180-250 һум, сусҡа итенеке — 150-200 һум, картуф — 10-12 һум, һуған менән кишер 13-14 һум, кәбеҫтәнеке 8-10 һум тәшкил иткән.

Республика буйынса йәмғеһе 52 сауҙа майҙаны ойошторолған, шуларҙың 18-һе — Өфөлә. Йәрминкәләргә 172 мең кеше килгән.