3 декабрь, Шәмбе

17 октябрь 2011 йыл, 16:02

Рөстәм Хәмитов менән Игорь Левитин Өфөлә Затон биҫтәһенең урау юлын асты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Затон биҫтәһенең магистраль автомобиль юлының тәүге участкаһы асылды. Юлды асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерацияһының транспорт министры Игорь Левитин һәм Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты.

— Юлдың яңы участкаһы Затонда транспорт хәрәкәтен яйға һалыр, тип ышанабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, юл төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп. – Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләйем, йыл һайын беҙҙә юлдарҙың яңы участкалары, трассалар, күперҙәр асылып торһон. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы ярҙамында тап шулай булыр ҙа.

Юл төҙөүселәрҙе Игорь Левитин да ҡотланы.

— Затон биҫтәһенең магистраль автомобиль юлының икенсе сиратын, шулай уҡ яңы күпер төҙөү мәсьәләһен дә хәл итәсәкбеҙ, — тине министр. – Бүздәк районында ауыл юлын асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Быйыл Рәсәйҙә 500 километр ауыл юлы төҙөргә уйлайбыҙ. Уларҙың һигеҙе Башҡортостанда буласаҡ.

Игорь Левитин республиканың юлдар төҙөү буйынса пландарының күп булыуын һәм РФ Транспорт министрлығының был эштә төбәккә ярҙам итәсәген билдәләне.

Урау юл 2006 йылда төҙөлә башлаған. Шул ваҡыттан алып ағымдағы йылдың сентябренә тиклем дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән.

Юлдың оҙонлоғо – 21 километр, дөйөм киңлеге – 36,5 метр.

Башҡортостан Президенты журналистарға Рәсәйҙең Транспорт министрлығы менән бергә республикала тармаҡ үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелеүе хаҡында әйтте. Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов М5 һәм М7 федераль трассаларын реконструкциялауҙы дауам итеү кәрәклеген билдәләне.

— Быға ҙур ресурстар йүнәлтелгән, — тине Президент. – Бүздәк районында Комсомол ауылына һуҙылған юлды астыҡ. Ул ҙур түгел, әммә бик әһәмиәтле. Өфө аэропорты хаҡында ла һүҙ барҙы. Алда беҙҙе ҙур эштәр көтә.