5 декабрь, Дүшәмбе

17 октябрь 2011 йыл, 14:09

Күмертауҙың бәләкәй авиация үҙәгенә әйләнеүе ихтимал

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев Күмертауҙа үтә еңел вертолеттар һәм самолеттар етештереүҙе өҫтөнлөклө проект тип билдәләне. Ҡалала үткән эшҡыуарҙар форумында ул, еңел авиация етештереү ҙур алға китеш буласаҡ, сөнки донъяла бөгөн бындай аппараттарҙы ни бары унлаған компания етештерә, ә уларға булған һорау арта ғына барасаҡ, тип белдерҙе.

Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев үҙ сиратында, ҡала властары бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше өсөн, атап әйткәндә административ кәртәләрҙе бөтөрөү өлкәһендә бөтә шарттар ҙа булдырасаҡ, тип вәғәҙәләне.

«Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, республика етәкселеге ҡарары менән Башҡортостанда бәләкәй авиация өҫтөнлөклө рәүештә үҫтереләсәк. Төбәктең иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавриндың әйтеүенсә, «еңел авиация кластеры республика үҫешенең  принципиаль йүнәлеше булыуы ихтимал».

Был проектты Башҡортостан Сочила үткән халыҡ-ара инвестиция форумында ла әүҙем тәҡдим итте һәм федераль үҙәктән яҡлау тапты.

— Еңел авиация — республиканы башҡа төбәктәрҙән айырмалы итәсәк сегмент, — тип иҫәпләй Евгений Маврин. — Әгәр киләсәккә, 10 йыл алға ҡараһаҡ, вертолет транспорты — ул бик яҡшы маркетинг позицияһы, һәм беҙ бында беренсе урында була алабыҙ.

Проектта, атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы, шулай уҡ пилоттар уҡытыу һәм тармаҡҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнгән бер нисә структура ҡатнашасаҡ.