5 декабрь, Дүшәмбе

17 октябрь 2011 йыл, 12:47

Бүздәк районында Комсомол ауылына һуҙылған асфальт юл сафҡа индерелде

автор: Әлим Фәйезов

15 октябрҙә Бүздәк районында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйҙең транспорт министры Игорь Левитин Комсомол ауылына ингән урында автомобиль юлын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып юлдан Ғафури урта мәктәбе уҡыусылары үтте, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Юл 1,4 километрға һуҙылған. Проекттың дөйөм хаҡы – 26,7 миллион һумдан ашыу. 2011 йылда төҙөлөш эштәрен финанслау күләме 14 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, бында федераль бюджет өлөшө — 8,5 миллион һум, республика бюджеты өлөшө — 5,8 миллион һум.

Рөстәм Хәмитов барыһын да яңы юл менән ҡотланы.

— Юлдың бәләкәй генә бер өлөшө тәртипкә килтерелһә лә, ауыл һәм район өсөн ул ҙур перспективалар бирә, — тине республика башлығы. Ул Игорь Левитинға, Федераль юл агентлығы етәксеһе Анатолий Чабунинға был проектта ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.

— Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығының һәм Юл хужалығы федераль агентлығының ярҙамы булмаһа, быйыл республикала һигеҙ яңы юл төҙөй алмаҫ инек, 2013-2014 йылдарға 60-лап яңы юл планлаштыра ла алмаҫ инек. Федераль властарҙың ышанысын аҡлар өсөн, юлдарҙы тиҙ арала һәм сифатлы итеп төҙөйәсәкбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Үҙ сиратында, Игорь Левитин, ҙур юлдарға ҡарағанда бәләкәй юлдар нимәһе менән яҡшы – уларҙы кем өсөн төҙөгәнен күрәһең. Бындай юлдар төҙөү ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуҙы аңлата.

— Был программаға теүәл бер йыл, ул Хөкүмәт рәйесе Владимир Путин бойороғо менән ҡабул ителде, — тине Игорь Левитин. – Беҙ Федераль юл агентлығынан ауыл юлдарына ярҙам күрһәтергә тәҡдим иттек. Ауыл хужалығы үҫешә, күләмдәр ҙә үҫә. Был программа йылына барлыҡ ауылдар өсөн 7 миллиард һум торасаҡ. Беҙ уны Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән бергә тормошҡа ашырасаҡбыҙ, — тине Рәсәйҙең транспорт министры.