4 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2011 йыл, 11:59

Йыл башынан алып Сибайҙа 15 сауҙа объекты асылған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Туғыҙ ай эсендә Сибайҙа 15 сауҙа объекты асылған, ике объект реконструкцияланған. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә. Сафҡа индерелгән объекттарҙың дөйөм майҙаны — 1498,7 квадрат метр, шул иҫәптән сауҙа майҙандары 1110,3 квадрат метрҙы тәшкил иткән.

Инвестициялар күләме 15 миллион һумдан ашҡан. Бынан тыш, 37 эш урыны булдырылған.

Яңы, заманса биҙәлгән магазин фасадтары ҡала йөҙөн йәмләһә, биналар интерьеры һатып алыусылар өсөн уңайлыраҡ, матурыраҡҡа әйләнгән.