7 декабрь, Шаршамбы

17 октябрь 2011 йыл, 11:51

Баш ҡалала «Рамаҙан» мәсетен төҙөү эштәре ҡайтанан башланды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә, Бабушкин урамында, «Рамаҙан» мәсетен төҙөү эштәре йәнә башланды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына урындағы «Рамаҙан» дини ойошмаһы етәксеһе Рәжәп Мөхәмәҙиев.

Уның һүҙҙәренсә, ете йыл буйына төҙөлөш бер туҡтатылған, бер ҡабаттан тергеҙелгән. Хәҙер иһә хәйриә ярҙамын күрһәтеүселәр арҡаһында йорт тиҙерәк төҙөләсәк.

— Хәҙер мәсеттең ҡыйығын ябасаҡбыҙ, — тине Рәжәп хәҙрәт. – Изге йорттоң төҙөлөп бөтөүен һәм уның ҡала үҙәгендә, ниһайәт, эшләй башлауын күп мосолмандар ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.

темалар: дин, төҙөлөш