11 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2011 йыл, 11:28

Өфөгә Рәсәйҙең транспорт министры Игорь Левитин килде

автор: Әлим Фәйезов | фото: Александр Данилов

14 октябрҙә Өфөгә ике көнлөк эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының транспорт министры Игорь Левитин килде, тип хәбәр итте республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Игорь Левитин менән Рөстәм Хәмитов аэропорт комплексын ҡараны, республиканың авиация ярҙамында пассажирҙар ташыу системаһын камиллаштырыу буйынса пландарҙы тикшерҙе.

15 октябрҙә илдең транспорт министры һәм Башҡортостан Президенты Бүздәк районының Комсомол ауылына ингән урында автомобиль юлын, шулай уҡ Өфөлә Затон биҫтәһенең магистраль автомобиль юлын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.