5 декабрь, Дүшәмбе

17 октябрь 2011 йыл, 10:12

Эшһеҙҙәргә ҡарағанда Өфөлә вакансиялар күберәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында әлеге мәлдә 13 мең самаһы буш эш урыны иҫәпләнә. Шул уҡ мәлдә рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр иҫәбе 13 меңгә яҡын. Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә 9600 кеше иҫәптә тора.

Баш ҡаланың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙ граждандар һәм вакансияларҙың нисбәте 0,74-кә тиң. Эшһеҙлек кимәле Өфөлә икенсе аҙна инде үҙгәрешһеҙ ҡала – 1,6 процент.

«Башинформ» агентлығына ҡала мәшғүллек үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙнала меңгә яҡын кеше хеҙмәт биржаһы хеҙмәттәренән файҙаланған. 400 самаһы эшһеҙ эшкә урынлашыуға мөмкинлек алған. Тағы йөҙҙән ашыу кеше хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған профессияларға уҡытырға ебәрелгән. Әлеге ваҡытта ҡала мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса 500-ҙән ашыу өфөлө бушлай яңы һөнәр үҙләштерә.