Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Туғыҙ айҙа Башҡортостан халҡына күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме 125 млрд һумдан ашҡан

Иҡтисад

Башҡортостанстат иҫәпләүе буйынса, ғинуарҙан сентябргә тиклем республика халҡына 125,4 млрд һум суммаһында түләүле хеҙмәт күрһәтелгән. Сағыштырып ҡарағанда был уҙған йыл кимәленән 1,2 процентҡа юғарыраҡ.

Түләүле хеҙмәттәр күләме буйынса республикала коммуналь өлкә алдынғы урында – 31 млрд 682 млн һум. Артабан транспорт хеҙмәттәре килә. Улар 14 млрд 497 млн һумлыҡ хеҙмәт күрһәткән. Көнкүреш хеҙмәттәре лә ҙур һорау менән ҡуллана. Уларға 14 млрд һум тура килә.

Былтырғы осор менән сағыштырғанда түләүле элемтә һәм көнкүреш хеҙмәттәре күләме һиҙелерлек, 4 проценттан ашыуға тиерлек, артҡан. Процент нисбәтендә транспорт, коммуналь һәм мәҙәни хеҙмәттәр күләме иһә кәмегән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть