5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2011 йыл, 16:50

Алдағы ял көндәрендә Октябрьский халҡын матур спорт саралары көтә

автор: Мөсәүир Камалетдинов

15 октябрҙә Октябрьский аэродромында Башҡортостан Республикаһының парашют спорты буйынса асыҡ чемпионаты үтәсәк. Өфө, Ҡаҙан, Бөгөлмә һәм Күмертауҙан спортсылар килеүе көтөлә, шул уҡ мәлдә Күмертау һәм чемпионат хужалары икешәр команда сығарасаҡ. Парашют менән һикереүҙә 30-лап кеше, шул иҫәптән Рәсәй чемпиондары, донъя кубогы һәм башҡа абруйлы ярыштар призерҙары ҡатнашасаҡ. Ә 16 октябрҙә ҡаланың үҙәк майҙанында картинг буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионаты үтәсәк. Октябрьский командаһынан тыш ярыштарҙа Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡтан, шулай уҡ Татарстандан — Аҙнаҡай һәм Баулы ҡалаларынан, Урыссу һәм Сәрмән район үҙәктәренән спортсылар ҡатнашасаҡ. Йәмғеһе 45 спортсы булыуы көтөлә, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.