9 декабрь, Йома

14 октябрь 2011 йыл, 16:50

Баймаҡ районында «Минең күп милләтле республикам» фестиваленә әҙерлек бара

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Баймаҡ районының Темәс ауылында «Минең күп милләтле республикам» балалар фестивале үтәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Күлмырҙин.

— Балалар өсөн әҙерләнгән фестиваль Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә беҙҙә үткәрелгән сараларҙың һуңғыһы буласаҡ, — тип билдәләне ул.

Байрам ваҡытында республика халыҡтары мәҙәниәтен «Ғилмияза» фольклор коллективы тәҡдим итәсәк. Нур Күлмырҙин һүҙҙәренсә, фестиваль 2011 йылдың декабрь айында үтәсәк.