10 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2011 йыл, 16:31

Төйәләҫ ауылы «Айыҡ ауыл – 2011» конкурсында ҡатнаша

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл-2011» республика конкурсы аҙағына яҡынлаша, унда Сибай ҡалаһы ҡала округының Төйәләҫ ауылы ла ҡатнаша. Көн элгәре конкурстың урындағы ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Осрашыу барышында йыл эсендә Төйәләҫ ауылында үткәрелгән эшкә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. «Иң яҡшы урам», «Иң яҡшы ихата», «Спорт һөйөүсе ғаилә» һәм башҡа номинациялар буйынса конкурс материалдарын әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Сибай хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Төйәләҫтә конкурс сараларын үткәреүҙә ауылдың Аҡһаҡалдар ҡоро, Ветерандар советы, Йәштәр советы, ауыл башҡорттары ҡоролтайы әүҙем ҡатнаша.

темалар: айыҡ ауыл