Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Мәскәүҙә үтәсәк кинофестивалдә Өфө авторҙарының фильмдары күрһәтеләсәк

Йәмғиәт

«Журналист һөнәре» халыҡ-ара документаль фильмдар кинофестивале Мәскәүҙә 17-22 октябрҙә үтәсәк.

Фестиваль президенты, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов кинофорумдың төп темаһын «Ышаныс формулаһы» тип билдәләне:

— Илебеҙҙә тоталитаризмдан демократияға барған ауыр юлдағы радикаль үҙгәрештәр, элекке идеалдарҙың, стереотиптарҙың юҡҡа сығыуы үҙен эҙләнеүҙәрҙә тапҡан икенсе журналистика булдырылыуын талап итте. «Журналист һөнәре» фестиваленең төрлө номинацияларында тәҡдим ителгән күпселек фильмдар тап ошо хаҡта. Әгәр фильмдарҙы тикшереү һөҙөмтәле үтһә, фестиваль көндәрендә башҡарыласаҡ эшебеҙ халыҡта журналистар йәмғиәтенә ҡарата ышаныс булып сағылыш табасаҡ.

Фестиваль программаһы 45 фильмды үҙ эсенә ала, уларҙың күпселеге төбәк компаниялары менән әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк журналистар йортонан.

Башҡортостан исеменән фестивалдә «Вся Уфа» продюсер үҙәге сығыш яһаясаҡ, ул «Большое интервью» шәлкеменән ике эшен тәҡдим итәсәк — «Сергей Майоров менән интервью» һәм «Светлана Сорокина менән интервью».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть