7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2011 йыл, 14:27

Башҡортостандың йәш журналистары үҙенең клубын булдырҙы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда Йәш журналистар клубы барлыҡҡа килде. Бөтә республиканан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең аралашыуы өсөн интернет-майҙансыҡ булдырыу идеяһы сентябрҙә Өфөлә үткән төбәк йәш журналистар фестивалендә әйтеп ишеттерелгәйне.

— Беренсе этапта клуб «ВКонтакте» социаль селтәрендәге төркөмдән ғибәрәт. Әммә был формат һуңғыһы түгел. Киләсәктә уның ниндәйҙер айырым сайт, форумға әйләнеүе ихтимал. Әлегә йәш журналистарҙы төркөм сафын тулыландырырға, уй-фекерҙәр, тәҡдимдәр, тәжрибә менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ, әле төркөмдә 80-гә яҡын кеше иҫәпләнә, — тине БР Журналистар союзының яуаплы секретары Марат Саттаров .