8 декабрь, Кесе йома

14 октябрь 2011 йыл, 14:13

Өфөлә республика стоматология форумы көтөлә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

18-19 октябрҙә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында йыл һайын үткәрелеүсе республика стоматология форумы көтөлә. Был юлы ул төп стоматологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләренә арналасаҡ. Шулай уҡ форум сиктәрендә традицион һәм иҫәп буйынса етенсе «Дентал-Экспо. Урал стоматологияһы-2011» халҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, стоматология форумы сиктәрендә ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияла Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Екатеринбург һәм Өфөнөң табип-стоматологтары ҡатнашасаҡ. Белгестәр Рәсәйҙә профилактик стоматологияны үҫтереү перспективаларын, Башҡортостандағы стоматология хеҙмәтенең торошон һәм стоматология профиленең башҡа көнүҙәк проблемаларын тикшерәсәк.

Форум сиктәрендә 19 октябрҙә алдынғы Рәсәй стоматологтары теш техниктары өсөн семинарҙар һәм оҫталыҡ класстары ла үткәрергә тейеш.