10 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2011 йыл, 13:58

Республика йәштәр сәйәсәтенең дүрт вәкиле бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтенең дүрт вәкиле бөтә Рәсәй дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы конкурсында республика исемен яҡлаясаҡ. Улар – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса сектор мөдире Дарья Попова, Ҡырмыҫҡалы районының «Йәшлек» йәштәр үҙәге директоры Нурия Әминева, Өфө ҡалаһының «Йәшлек» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһе муниципаль учреждениеһының «Орбита» үҫмерҙәр клубы мөдире Самсура Гордеева һәм Өфө ҡалаһы Октябрь районының «Дети плюс» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһе муниципаль учреждениеһының ойоштороусы педагогы Айгөл Мостаева.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, сараның аҙаҡҡы туры Өфөлә 18-21 октябрҙә үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға бөтә илдән 90-ға яҡын кеше киләсәк.