9 декабрь, Йома

14 октябрь 2011 йыл, 13:02

Башҡортостан аграрийҙары «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнаша

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкселегендәге республика аграрийҙары делегацияһы  «Алтын көҙ» 13-сө Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә барып етте.  

Делегация составында республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары, муниципаль райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары, эре агросәнәғәт предприятиелары етәкселәре бар.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан аграрийҙары делегацияһы бөгөн Дәүләт Кремль һарайында үтәсәк Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ла ҡатнашасаҡ.