7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2011 йыл, 12:57

2011 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәләнде

автор: Любовь Колоколова

Абруйлы журналист наградаһын биреү буйынса комиссия Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары исемдәрен атаны.

Улар түбәндәгеләр:

Фәнүр Ғилманов — «Донъя был…» китабы өсөн;

Сибәғәт Рахманғолов — «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» очерктар шәлкеме өсөн;

Эмиль Мусин, Венера Ильясова, Алексей Шильников һәм Ләлә Латипова составындағы «Туймазинский вестник» гәзитенең журналистар коллективы – үҙҙәренең өлгөһөндә әхлаҡи һәм рухи камиллыҡҡа ынтылыуға, кешелек ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүсе замандаштарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләр шәлкеме өсөн.

Был хаҡта Башҡортостандың Журналистар союзы хәбәр итә. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ!