7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2011 йыл, 11:44

Өфөлә приют балалары өсөн хәйриә байрамы ойошторола

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 15 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан приюттарында тәрбиәләнгән балалар өсөн хәйриә байрамы үткәреләсәк. Төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалаға яҡын райондарҙан 20 бала киләсәк. Акцияны БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө трикотаж фабрикаһы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы ярҙамында «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ойошторған.

Әйткәндәй, был балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре өсөн «Мәрхәмәт» хәйриә фонды менән ойошторолған беренсе байрам түгел. Мәҫәлән, күптән түгел бер төркөм балалар Өфөгә, «Родина» кинотеатрына 3D форматында фильм ҡарарға килеп ҡайтты.

Был юлы иһә балалар Өфө ипподромында ике сәғәт дауамында аттарҙа йөрөйәсәк. Артабан уларҙы «Аҡбуҙат» ресторан комплексында төшкө байрам ашы, шулай уҡ бүләктәр һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы буйынса экскурсия көтә. Приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр ҡаланың боронғо өлөшөн, Каруанһарайҙы, Салауат Юлаев һәйкәлен, «Ләлә-Тюльпан» мәсете-мәҙрәсәһен, Еңеү паркын һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы күрәсәк.  

Иң һуңынан уларҙы Йәштәр һарайында билдәле Юрий Куклачев театрының «Минең яратҡан бесәйҙәрем» спектакле көтә.