11 декабрь, Йәкшәмбе

14 октябрь 2011 йыл, 11:29

15 октябрҙә Өфөлә «Авто-мото донор» акцияһы сиктәрендә ҡан тапшырырға була

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Автоуҙыш «Авто-мото донор» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Өфөлә алдағы шәмбе, 15 октябрҙә үтәсәк. Донорлыҡ хәрәкәтенә һәр теләүсе үҙ өлөшөн индерә ала.

— Йәмәғәтселек иғтибарын донорҙар ҡаны етмәү проблемаһына йүнәлтеү маҡсатында уҙышта ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтәсәк, — тип һөйләне Рәсәй автомобиль хужалары федерацияһының Башҡортостандағы төбәк вәкиле Линар Хәбирйәнов.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, автомобиль колоннаһы 9.00 сәғәттә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайынан старт аласаҡ, Беренсе май, Конституция, Комаров урамдары, Октябрь проспекты, Әй, Баҡалы, Кувыкин, Батыр урамдары буйлап үтеп, Республика ҡан тапшырыу станцияһы янында туҡталасаҡ. Унда барлыҡ теләүселәр ҙә ҡан тапшыра аласаҡ.