Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

2012 йылға Берҙәм дәүләт имтихандарының расписаниеһы баҫылды

Йәмғиәт

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Рособрнадзор) 2012 йылда 11 класты тамамлаусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы расписаниеһын баҫтырҙы.

Ведомство сайты хәбәр итеүенсә, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙың төп этабы 28 майҙан 21 июнгә тиклемге осорға планлаштырылған. Беренсе мотлаҡ предмет – математиканан имтихан тапшырыу көнө 31 майға билдәләнгән, рус теленән – 8 июнгә. 11 класты тамамлаусылар информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын, биология һәм әҙәбиәтте— 28 майҙа, сит телдәр һәм химияны — 4 июндә, география һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙе — 13 июндә, тарих һәм физиканы 16 июндә тапшырасаҡ. Резерв көндәр — 18 — 21 июнь. Өҫтәмә көндәр —  9 июлдән 21 июлгә тиклем. Рособрнадзор проектына ярашлы, БДИ-ны алдан тапшырыу 20 апрелдән 4 майға тиклемге осорға планлаштырылған.

Туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы 29 майҙан 16 июнгә тиклем үткәрелә. Туғыҙынсы класс уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү, химия, география, тарих, физика, биология, сит телдәр, әҙәбиәт, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын — 29 майҙан 1 июнгә тиклем, математиканы — 5 июндә, рус телен 14 июндә тапшыра ала. Резерв көндәре тип 15 һәм 16 июнь билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть