5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2011 йыл, 10:28

Өфөлә «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» күргәҙмәһе үтә

автор: Любовь Колоколова

Кисә Өфөлә, «Аҡбуҙат» ипподромының күргәҙмә майҙансығында, «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» төбәк-ара махсус күргәҙмәһе асылды.

Сара Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге менән ойошторола.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе Кинйә Кускилдин, Һөнәрселек палатаһы рәйесе Анна Ильинцева һәм башҡалар ҡатнашты.

— Өфөлә бындай күргәҙмә үткәреү матур йолаға әүерелде. Хәҙер ул йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостан – асыҡ республика, беҙҙең өсөн инвестициялар ҡыҙыҡлы, һәм беҙ яңы халыҡ-ара кимәлгә сыҡмаҡсыбыҙ, — тине Александр Никерин.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе ярҙамсыһы Александр Лязин билдәләүенсә, тармаҡ, шул иҫәптән ҡышҡы турпродукт йылдам үҫешә, ә төбәктең туриндустрияһында етди үҙгәрештәр бар.

— Республика Рәсәйҙең эске һәм ситтән килеү туризмы программаһына индерелгән. Был йүнәлеш артабан да үҫтереләсәк, — тип хәбәр итте Александр Лязин.

Күргәҙмәлә көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә туристик маршруттар, спорт-туристик хеҙмәтләндереү формалары, ҡорамалдар, спорт инвентары һәм кейеме, кемпинг, һунар һәм балыҡ тотоу өсөн тауарҙар тәҡдим ителә. Баш ҡалаға Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Дзержинск, Ворсма, Краснодар, Магнитогорск, Анапа ҡалаларынан 70-кә яҡын ҡатнашыусы килгән. Башҡортостандың «Янғантау», «Йәшел сауҡалыҡ», «Энергетик», «Танып» шифаханалары, Ижевск ҡалаһының «Металлург» шифаханаһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатыны профилакторийы, йыл әйләнәһенә эшләгән «Салют» балалар сәләмәтләндереү лагеры үҙҙәренең экспозицияларында санаторий-курорттарға путевкалар йәрминкәһен ойошторасаҡ.

Эшлекле программа сиктәрендә төбәктә туристик-крайҙы өйрәнеү эшмәкәрлеге, спорт һәм үҙешмәкәр туризм темаларына семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырыла. Күргәҙмә 15 октябргә тиклем дауам итәсәк.