9 декабрь, Йома

14 октябрь 2011 йыл, 9:42

Өфөнөң 2011 йылдағы килеме 15 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөнөң 2011 йылдағы килеме 15 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итәсәк. Был хаҡта кисә Өфө ҡала Советының 41-се ултырышында БР Финанс министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса территориаль финанс идаралығы начальнигы Илгиз Насретдинов әйтеп ишеттерҙе.

Бюджет ултырышта тикшерелгән мөһим мәсьәләләрҙең береһе булды.

Ҡала округы бюджетындағы үҙгәрештәргә, Илгиз Насретдинов әйтеүенсә, 1 октябргә ҡарата ҡала ҡаҙнаһына республика бюджетынан өҫтәмә аҡса килеүе сәбәпсе. Уларҙың бер өлөшө – медицина секторына, йәнә бер өлөшө мәғарифҡа – балалар баҡсалары төҙөлөшөнә, өҫтәп мәктәп һәм канцелярия тауарҙары һатып алыуға һәм башҡа маҡсаттарға тәғәйенләнгән.

Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың 2011 йылда күҙалланған дөйөм килемдәренең күләме – 15,8 миллиард һум самаһы, дөйөм сығымдар күләме 2 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итергә тейеш. Республика бюджетынан алынған, бюджет-ара трансферттар буйынса килгән аҡсалар 5,9 миллиард һумға етәсәк.

темалар: бюджет