4 декабрь, Йәкшәмбе

14 октябрь 2011 йыл, 9:32

Башҡортостанда «Евро-Өфө-Азия – 2011» мода форумы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

2 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында йыл һайын үткәрелеүсе «Евро-Өфө-Азия – 2011» мода форумы асыласаҡ. Ул «Текстиль һәм мода» XII махсус күргәҙмә сиктәрендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Форумда «Тормош байрам кеүек» конкурсы уҙғарыласаҡ, унда профессиональ һәм профессиональ булмаған кейем модельер-дизайнерҙары, шулай уҡ костюмдар әҙерләү буйынса ижади оҫтаханалар, ателье вәкилдәре, махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар ҡатнашасаҡ.

Бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа көс һынашасаҡ. Ҡатнашыуға берҙән алып егерме бер моделде үҙ эсенә алған авторлыҡ коллекциялары тәҡдим ителә.

Сараны ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһай.

темалар: мода форумы