Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөгә Австрияның эшлекле даирәһе вәкилдәре килә

Иҡтисад

20 октябрҙә Өфөгә Австрия предприятиелары вәкилдәре делегацияһы килә, улар араһында аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм малсылыҡ, химия һәм нефть химияһы өсөн ҡорамалдар етештереүселәр, янғын сигнализацияһы системалары, ресторан бизнесы өсөн ҡоролма етештереүселәр. Визит Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ярҙамында Австрияның Рәсәй Федерацияһындағы Илселегенең сауҙа бүлеге менән ойошторола.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Австрия компаниялары менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән Өфө сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары 20 октябрҙә 15.30 сәғәттән алып 19.00 сәғәткә тиклем һәм 21 октябрҙә 10 сәғәттән 18-гә тиклем «Президент-Отель» ҡунаҡхана комплексында үтәсәк бизнес-осрашыуҙарҙа ҡатнаша ала. Сарала ҡатнашыу бушлай, тик алдан заявка биреү мотлаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 276-22-78 телефоны буйынса Өфөләге ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә була.

Австрия компанияларының исемлеге һәм бизнес-осрашыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн заявка формаһы Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть