7 декабрь, Шаршамбы

13 октябрь 2011 йыл, 17:36

Бәләбәй районында сыуаш шағиры Яков Ухсайҙың юбилейы билдәләнәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандың Бәләбәй районында Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры Яков Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Бәләбәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр иттеләр.

Тантанала Сыуашстан Хөкүмәте вәкилдәре, республиканың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, студенттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән шағирҙың ҡыҙы Елена Ухсай ҙа ҡатнашасаҡ. Ҡунаҡтар делегацияһын Сыуашстан мәҙәниәт министрының милләт эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте һәм архив эштәре буйынса беренсе урынбаҫары Вячеслав Фошин етәкләй. Башҡортостандан Башҡортостан сыуаштары канашы башҡарма комитеты рәйесе Валерий Сидоров һәм БР Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов ҡатнаша.

Бөгөн кисен Бәләбәй һәм Туймазы райондары сигендә ҡунаҡтарҙың эш осрашыуы үтәсәк.

Шағирҙың тыуған ерендә – Бәләбәй районының Слаҡбаш ауылындағы тантаналар иртәгә, 14 октябрҙә, башлана. Ҡунаҡтар Яков Ухсай һәйкәленә һәм ҡәберенә сәскәләр һаласаҡ, музейҙарға барасаҡ. Артабан сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы әҙәби-музыкаль программа көтөлә.

Саралар Бәләбәйҙең Үҙәк мәҙәниәт һарайындағы тантаналы кисә менән ябыласаҡ.

Белешмә өсөн. Яков Гаврилович Ухсай (Никифоров) – Башҡортостанда тыуып үҫкән күренекле сыуаш шағиры. Өфөлә һәм Мәскәүҙә белем алған, сәйәси хеҙмәткәр һәм журналист сифатында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ухсай әҫәрҙәре киң танылыу алған, уның бихисап шиғырҙары тыуған яғына арналған. Милли әҙәбиәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Сыуашстандың халыҡ шағиры, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. Уға Сыуашстандың К. Иванов исемендәге дәүләт премияһы бирелә. «Бала сағым йондоҙо» («Звезда моего детства») трилогияһы өсөн ул РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге дәүләт премияһын ала. Шағир 1986 йылда вафат булған. Тыуған ерендә, Бәләбәй районының Слаҡбаш ауылында ерләнгән.