Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан бөтә Рәсәй йәш биржасылар конкурсында абсолют еңеүсе булды

Иҡтисад

Бөтә Рәсәй йәш биржасылар конкурсында Башҡортостан мәктәп уҡыусылары барлыҡ призлы урындарға лайыҡ булды. Йыл һайын үткәрелеүсе йәш финансистар бәйгеһе Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында уҙғарыла. Быйыл конкурс дүртенсе тапҡыр үткәрелде.

Конкурста ҡатнашыусылар бер ай дауамында тиерлек көс һынашты. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән килгән 300 бәйгесе араһынан Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары иң яҡшыларҙан булып сығыш яһаны. Беренсе урынды Бүздәк ауылынан Айҙар Чанышев яуланы, икенсе урында — Өфө мәктәбе уҡыусыһы Ангелина Позолотина. Ауырғазы районы Солтанморат ауылы егете Азат Зидханов иһә өсөнсө булды.

— Бүләкләү тантанаһы көн элгәре Стәрлетамаҡта булды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Йәштәрҙең финанс операцияларҙы өйрәнеү үҙәге» йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Александр Мережко.

Еңеүселәргә планшет компьютерҙар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть