6 декабрь, Шишәмбе

13 октябрь 2011 йыл, 16:51

«АГРО-СМИ-2011» материалдар ҡабул итә башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

«АГРО-СМИ-2011» конкурсына журналистарҙан материалдар ҡабул ителә башланы. Унда ҡатнашыу өсөн быйыл донъя күргән мәҡәләләрҙе, теле-, радиопрограммалар, интернет-баҫмаларҙағы эштәрҙе күрһәтергә кәрәк.  

Киң мәғлүмәт саралары редакциялары, гәзит, теле-, радиокомпаниялар, интернет-порталдар редакциялары журналистары  «АГРО–СМИ» конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла. Редакциялар араһында конкурста агросәнәғәт комплексын һәм Рәсәй ауылдарының социаль үҫешен яҡтыртыусы интернет-порталдар ҙа, мәғлүмәт агентлыҡтарының, гәзит-журналдарҙың, теле-, радиокомпанияларҙың сайттары ла ҡатнаша ала.

Смотр-конкурстың Гран-прийын алыусыларҙың, шулай уҡ лауреаттар һәм дипломанттарҙың исемдәре бүләкләү тантанаһында билдәле буласаҡ. Ул ноябрҙең өсөнсө декадаһында Волгоградта «АГРО–СМИ–2011» фестивале сиктәрендә үтәсәк.

«АГРО–СМИ» конкурсын «Рәсәй аграр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм Рәсәйҙең Аграр журналистары ассоциацияһы ойоштора. Конкурс Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы һәм Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үтә.

«АГРО–СМИ» конкурсының положениеһы, заявка формаһы менән  www.rad.su, www.agro-smi.ru сайттарында танышырға мөмкин.

Конкурсҡа материалдарҙы 21 октябргә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте ҡабул итә. Бәйләнеш өсөн телефон: 272-62-21; электрон адрес: info@mshp.ufanet.ru.