9 декабрь, Йома

13 октябрь 2011 йыл, 16:26

Башҡортостан парламентарийҙары Йәштәр йәмәғәт палатаһы составын яңырта

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышында Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына кандидатураларҙы ҡараясаҡ. Республика парламенты президиумы 13 октябрҙәге ултырышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостандың Дәүләт  Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2007 йылда ойошторолған, уның составына 35 кеше инә. Шуларҙың унауһы — республика Президенты күрһәтмәһе менән, 10 кеше — БР Дәүләт  Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы тәҡдиме буйынса, 15 кеше йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре иҫәбенән ҡуйыла. Йәштәр палатаһы составы ике йылға бер тапҡыр яңыртыла.  

Парламенттың 20 октябргә билдәләнгән пленар ултырышында Башҡортостан Президенты һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән күрһәтелгән кандидатуралар раҫланасаҡ. Бынан һуң раҫланған кандидаттар яҡын арала Йәштәр йәмәғәт палатаһының тулы составын формалаштырырға бурыслы. Рәйес Палатаның беренсе ултырышында һайлана, ул Палата формалашҡан көндән алып бер ай эсендә үтергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы консультатив һәм кәңәшмә органы булып тора, ул йәштәр хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен закондар сығарыу кимәлендә көйләү, йәштәр проблемаларын хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү өлкәһендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған һәм үҙенең эшмәкәрлеген йәмәғәт башланғыстарында тормошҡа ашыра.