10 декабрь, Шәмбе

13 октябрь 2011 йыл, 15:42

«Ғаиләлә үҙенсәлекле бала булһа…» интернет-семинары Өфөлә үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге 14 октябрҙә 15 сәғәттән 17-гә тиклем «Ғаиләлә үҙенсәлекле бала булһа...» интернет-семинарын үткәрәсәк. Унда үҙәктең педагог-психологтары, дефектологтары һәм уҡытыусы-логопедтары ҡатнашасаҡ.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүҙең һәм үҫтереүҙең психологик һәм педагогик аспекттары хаҡында аңлатыу, сабыйҙарға ҡарата толерантлы булырға өйрәтеү виртуаль форумдың төп маҡсаттары булып тора.

Семинарҙа инвалид балаларҙың үҫеше, уларҙың ата-әсәләр менән үҙ-ара мөнәсәбәте һәм башҡа мәсьәләләр тикшереләсәк. Шулай уҡ коррекцион учреждениелар буйынса мәғлүмәт биреләсәк.

Һорауҙарҙы : www.inesh.org сайтына йәки rcsppsdm@mail.ru, planeta-7ya@rambler.ru электрон почталарына ебәрергә була.