Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Гәзит-журналдарға 13 - 23 октябрҙә ташламалар менән яҙылырға мөмкин

Иҡтисад

13 октябрҙә илдең бөтә төбәктәрендә лә гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы старт алды. «Рәсәй почтаһы» һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары мөхәрририәттәре менән яҙғы һәм көҙгө яҙылыу кампанияһы сиктәрендә йылына ике тапҡыр үткәрелгән традицион акцияның төп маҡсаты — уҡыу мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм баҫмаларҙың тиражын арттырыу. Ә ваҡытлы матбуғатты алдырыусылар өсөн был экономиялау мөмкинлеге лә: ун көн дауамында гәзит-журналдарға яҙылыу ташламалы хаҡтар менән башҡарыла.

«Башинформ» агентлығына БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташлама каталогтағы хаҡтың 10 процентын тәшкил итәсәк. Рәсәй почтаһы иһә гәзит-журналдар ташыу буйынса хеҙмәттәргә ташламалар билдәләгән.

Башҡортостандың бихисап район һәм ҡалаларында 13 — 23 октябрҙә нәшриәтселәр һәм уҡыусыларҙың осрашыуҙары ойошторола. Миҫал өсөн, Өфөнөң Орджоникидзе районында иртәгә, 14 октябрҙә, «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» үткәреләсәк.

— Ҡала һәм республика баҫмалары вәкилдәре гәзит-журналдары хаҡында һөйләйәсәк һәм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Ошонда уҡ льготалы хаҡтар буйынса 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу ойоштороласаҡ. Иң әүҙемдәрҙе бүләктәр көтә, — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ваҡытлы матбуғатҡа барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ гәзит һәм журналдарҙың редакцияларында ла яҙылырға мөмкин.

Теги: акциялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть