8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2011 йыл, 15:09

Сибайҙа «Атайсалдың ете мөғжизәһе» һайланған

автор: Любовь Колоколова

Сибай телевидениеһы һәм «Атайсал» гәзите Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ярҙамында туризм өлкәһендә яңы «Атайсалдың ете мөғжизәһе» проектын булдырған. Уның сиктәрендә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында урынлашҡан тәбиғәт һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары хаҡында һөйләгән видеоматериалдар һәм мәҡәләләр шәлкеме әҙерләнгән.

Сибай хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың 31 июлдә тамамланған беренсе этабында хеҙмәт коллективтарынан, предприятиеларҙан, ижади һәм йәмәғәт ойошмаларынан заявкалар ҡабул ителгән.

«Мөғжизә» тип аталырға лайыҡ булған урындар тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланған. Конкурсҡа йомғаҡтар Республика көнө һәм Ҡала көнө алдынан яһалған. Тантаналы саранан һуң байрам концерты ойошторолған.

Конкурста еңеүсе объекттар исемлегенә киләһеләр ингән: Талҡаҫ күле (Баймаҡ районы), Мулдаҡ күле (Әбйәлил районы), Турат сағылы (Хәйбулла районы), Ғәҙелша шарлауығы (Баймаҡ районы), Ҡәнифә юлы (Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары буйлап үтә), Ҡайын ҡабаҡ (Хәйбулла районы), Пәйғәмбәр ташы (Йылайыр районы). Исемлеккә шулай уҡ Арҡайым цивилизацияһының Таналыҡ, Олайыр, Оло һаҙ, Селек, Улаҡ ҡаласыҡтары ингән. Объекттарҙың барыһы ла хәҙер телевизор ҡараусыларға күрһәтеләсәк.