8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2011 йыл, 14:01

Ишембайҙа опека буйынса инспектор 86 мең күләмендә бюджет аҡсаһын үҙләштергән

автор: Ольга Мортазина

Ишембайҙа прокурорҙар опека һәм попечителлек бүлеге инспекторының мутлашыуын асыҡлаған. Тикшереү барышында билдәле булыуынса, дәүләт хеҙмәткәре әлеге ваҡытта бәлиғ булмағандар өсөн колонияла ултырған етем үҫмергә опека органдары менән попечитель тәғәйенләү тураһында документтар тултырған. Етемде аҫрауға билдәләнгән аҡсаларҙы хеҙмәткәр үҙенә ҡалдырған, сөнки етем үҙенә опекун тәғәйенләнеүе хаҡында белмәгән дә. Тулы булмаған ике йыл эсендә инспектор 86 мең һум аҡсаны үҙләштергән, йәғни ай һайын дүрт мең аҡса алып барған. Хеҙмәткәргә ҡарата «Үҙ вазифаһынан файҙаланып, мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.

темалар: мутлашыу