2 декабрь, Йома

13 октябрь 2011 йыл, 14:30

Башҡортостан 2012 йылғы йәйге биатлон буйынса Донъя чемпионатын ҡаршы алырға әҙерләнә

автор: «Башинформ»

13 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаның 2012 йылғы йәйге биатлон буйынса Донъя чемпионатының шеф-директоры Венцислав Илиев менән осрашыуы барышында Халыҡ-ара биатлонсылар союзының өс көнлөк инспекцияһы һөҙөмтәләре тикшерелде.

– Комплекстың торошо ҡәнәғәтләнерлек, уны Донъя чемпионатын ҡабул итергә әҙерәү буйынса ҙур эштәр башҡарылыуы күренеп тора, — тине Венцислав Илиев. Шулай уҡ ул комлекстың донъя кимәлендәге сараларҙы үткәреү өсөн барлыҡ замана талаптарына ла яуап биреүен билдәләне.

Вице-премьер башҡарылған эштәр хаҡында хәбәр итте. Эш төркөмдәре менән чемпионатта ҡатнашыусыларҙың йәшәү урындары билдәләнгән, ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу буйынса ҡунаҡхана етәкселәре менән алдан һөйләшеүҙәр үткәрелгән.

Әлеге инспекция отчеты 2012 йылғы Донъя чемпионатын әҙерләү һәм үткәреү тураһындағы Халыҡ-ара биатлонсылар союзының декларацияһы нигеҙен тәшкил итәсәк. Декларация рәсми рәүештә Өфөнө Чемпионат хужаһы статусында теркәйәсәк.

2012 йылдың июнь айында Башҡортостан Халыҡ-ара биатлонсылар союзының инспекцияһын ҡабул итәсәк, документ республика баш ҡалаһының Донъя чемпионатын ҡабул итергә әҙер булыуын күрһәтәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.