3 декабрь, Шәмбе

13 октябрь 2011 йыл, 12:51

18 октябрҙә Өфөлә Рәсәй энергетика форумы асыласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

18-21 октябрҙә Өфөлә XI Рәсәй энергетика форумы үтәсәк. Уның сиктәрендә дүрт ҙур махсус күргәҙмә ойоштороласаҡ.

Экспозицияларҙы Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторасаҡ.

Башҡортостан күргәҙмә компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй энергетика форумында һәм күргәҙмәләрҙә быйыл Рәсәйҙең 20 төбәгенән, Германия, Ҡытай, Корея, Белоруссиянан 135 предприятие ҡатнашасаҡ. Башҡортостан исеменән 24 предприятие сығыш яһаясаҡ.

Конференция сиктәрендә «Инновацион технологиялар һәм энергетика ҡорамалдары», «Энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу. Проблемалар һәм уларҙы хәл итеү» конференциялары, «Энергетика өлкәһе белгестәрен әҙерләү: традициялар, проблемалар, перспективалар» түңәрәк өҫтәле үтәсәк.

Йола буйынса «Урал энергетикаһы-2011» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе сиктәрендә иң яҡшы технологияға, ҡорамалға, продукцияға һәм фәнни эшләнмәләргә конкурс уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, «Мегаполис уттары» йорттарын эске һәм тышҡы яҡтан яҡтыртыуҙың иң яҡшы дизайн-проектына конкурс үткәреү планлаштырыла.