8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2011 йыл, 11:47

Ҡурай моңдары «Культура» телеканалында яңғыраясаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ошо көндәрҙә билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев коллективы менән Мәскәүҙә булып ҡайтҡан. Баш ҡалала улар «Культура» бөтә Рәсәй телеканалының халыҡ-ара этно-фолк-рок халыҡ ижады фестивален төшөрөүҙә ҡатнашҡан, унда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң яҡшы коллективтары сығыш яһаған. Улар иҫәбендә — «Терем квартет», «Пелагея» төркөмө, Игорь Моисеев исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Якутиянан «Айархаан» этник ансамбле һәм башҡалар. Билдәле булыуынса, Роберт Юлдашев командаһы фестивалдә «Сыңрау торна» боронғо башҡорт халыҡ көйөн уйнаған.

«Культура» телеканалында фестиваль декабрь айында күрһәтеләсәк.