Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың мәктәп уҡыусылары һәм студенттары «Алтын көҙ - 2011» күргәҙмәһендә наградалар алды

Иҡтисад

«Рәсәй агросәнәғәт комплексының инновацион үҫешендә йәштәр роле» форумында «Минең бәләкәй ватаным» бөтә Рәсәй ижади эштәр конкурсына һәм «Росагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инновацион эшләнмәләре конкурсына йомғаҡтар яһалды. Ул «Алтын көҙ-2011» XIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолдо.

Кушнаренко районы Илек ауылы мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Лилиә Хәмитова «Ауылым тарихы» номинацияһында өсөнө урын яуланы һәм диплом, ҡиммәтле бүләк менән наградаланды, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Айрат Мөхәметдиновҡа «Росагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән Рәсәй Федерацияһының агросәнәғәт комплексына инновацион технологиялар индереү буйынса фәнни-ғәмәли эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн бер тапҡыр бирелә торған исемле стипендия тапшырылды.

«Рәсәй ауыл йәштәре союзы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе Рәсәйҙә иң яҡшылараҙан тип танылды. Бүлек рәйесе Андрей Конновҡа ауылда йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ҡаҙанған уңыштары һәм агросәнәғәт комплексына йәштәрҙе йәлеп итеү буйынса әүҙем эше өсөн Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы рәхмәтен белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форумды асыу тантанаһында РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Зубков, РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Олег Рожнов ҡатнашты.

Пленар ултырыштан һуң форумда ҡатнашыусылар өс тематик түңәрәк өҫтәлдә эшен дауам итте. Форумдың икенсе көнөндә илдә ауыл хужалығының көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть