Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда милли мәҙәниәттәр фестиваль-марафоны старт ала

Йәмғиәт

14 октябрҙә республикала Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәте фестиваль-марафоны старт ала. БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, ҡала округтары һәм муниципаль райондар хакимиәттәре уның ойоштороусылары булып сығыш яһай.

«Башинформ» агентлығына Халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль бер этаптан тора. Ул Архангел районында башланасаҡ һәм марафон кеүек бер зонанан икенсеһенә штандарт тапшырыу юлы менән дауам итәсәк. Шулай итеп, һигеҙ көн дауамында фестиваль саралары Сәрмән (Белорет районы), Кушнаренко, Раевка, Саҡмағош, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында, Баймаҡ, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Яңауыл, Бөрө ҡалаларында үтәсәк.

Фестиваль-марафон 1 декабрҙә Өфөләге «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында ҙур гала-концерт менән тамамлана.

Милли мәҙәниәттәр фестиваль-марафоны Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы айҡанлы ойошторола. Проект милли мәҙәниәтте тергеҙеү, һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында, балалар һәм ололарҙы Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли традицияларына йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотоп ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть