Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ике район аграрийҙары һауым буйынса дүрт меңлек сикте үтте

Иҡтисад

Саҡмағош һәм Тәтешле районы малсылары йыл башынан алып һауым буйынса дүрт меңлек сикте үтте. Саҡмағош районында һәр һыйырҙан 4094 кг һөт һауып алынған. Был республикалағы иң яҡшы һөҙөмтә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Ул былтырғы күрһәткестән 433 килограмға күберәк. Районда һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 11,3 кг һөт һауыла.

Саҡмағош районының ауыл хужалығы предприятиелары буйынса йыл башынан алып тулайым һауым 29343 тоннанан ашҡан. Ошоноң менән бер рәттән районда халыҡтан һөт һатып алыу ҙа яҡшы ойошторолған. Йыл башынан алып 2552 тонна һөт һатып алынған, был күрһәткес тә былтырғыға ҡарағанда 897 тоннаға күберәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть